Азия уйындары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡалып:Нет карточки
Азия уйындары (шулай уҡ азиада тип тә йөрөтөлә) — Азияның бөтә илдәре атлеттары араһында 1951 йылдан башлап дүрт йыл һайын үткәрелә торған спорт ярышы. Уйындар Халыҡ-ара Олимпия комитеты күҙәтеүе аҫтында үтә. Миҙалдар һәр спорт төрөндә бирелә: беренсе урын өсөн — алтын, икенсегә — көмөш, өсөнсөгә — бронза.
Ярышты үҙ иленән вәкәләтлек иткән Милли Олимпия комитеты башлай. Дәүләт флагы һәм гимны наградалар тапшырыу тантанаһын оҙата. Һәр ил отҡан миҙалдар һанын күрһәтеп торған таблицалар файҙаланыла. Тик танылған дәүләттәр генә сығыш яһай, шулай ҙа ҡайһы бер суверенһыҙ дәүләттәр ҙә ҡатнашҡылай. Тайвань «Ҡытай Тайбэйы» булараҡ сығыш яһай.
Ун бишенсе йәйге уйындар Дохала — Катар баш ҡалаһында 2006 йылдың 1— 15 декабрендә үтте. Ун алтынсы йәйге уйындар Ҡытайҙа, Гуанчжоуҙа, 2010 йылдың 12—27 ноябрендә булды.
Ун етенсе уйындар Көньяҡ Кореяла, Инчхонда, 2014 йылдың 19 сентябренән 4 октябренә тиклем барҙы.