Альцгеймер ауырыуы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Альцгеймер ауырыуы (шулай уҡ ҡартлыҡта Альцгеймер тибындағы деменция, йәғни аҡылға еңеләйеү) — деменцияның киң таралған төрө, нейродегенератив ауырыу, тәүләп 1907 йылда[1] немец психиатры Алоис Альцгеймер тарафынан тасуирлана. Ҡағиҙә булараҡ, ул 65 йәштән өлкәнерәктәрҙә табыла[2], әммә иртә башланыусан һирәк осрай торған төрө лә бар. Бөтә донъяла 2006 йылда ауырыусылар һаны 26,6 миллион була, ә 2050 йылға уларҙың һаны дүрт тапҡырға артыуы ихтимал[3].
Альцгеймер ауырыуы | |
| |
МКБ-10 | |
---|---|
МКБ-9 | |
OMIM |
104300 |
DiseasesDB |
490 |
MedlinePlus |
000760 |
eMedicine | |
MeSH |
D000544 |
Альцгеймер ауырыуы Викимилектә | |
Ҡағиҙә булараҡ, ауырыу һиҙелер-һиҙелмәҫ билдәләрҙән башлана, ваҡыт үткән һайын көсәйә бара. Башланғыс осоронда ҡыҫҡа хәтер насарлана, мәҫәлән, күптән түгел уҡылған мәғлүмәтте иҫкә төшөрөп булмай. Ауырыу көсәйгән һайын оҙайлы хәтер[4] ҙә юғала, телмәр һәм когнитив функциялар боҙола, пациент тирә-йүнде аңламай, үҙен ҡарай алмай башлай. Яйлап организмдың функциялары юғалыу үлемгә алып бара[5].
Табипҡа мөрәжәғәт иткәндә һәм Альцгеймер ауырыуы барлығына шик төшкәндә, диагнозды аныҡлау өсөн тәртипте анализлайҙар, когнитив һынамыштар үткәрәләр, мөмкин булһа, магнитлы-резонанслы томография (МРТ) үткәрәләр[6]. Ауырыу төрлө кешелә төрлө оҙайлыҡта барғанға күрә, киләсәккә фараз яһау ауырлаша. Диагноз ҡуйылғандан һуң уртаса ғүмер оҙонлоғо ете йыл тәшкил итә[7], сирлеләрҙең 3 проценттан аҙырағы ун дүрт йылдан ашыу йәшәй[8].
Әлегә Альцгеймер ауырыуының сәбәптәре һәм нисек үтеүе тулыһынса асыҡланмаған. Баш мейеһе туҡымаларында амилоид төйөрсөктәре һәм нейрофибрилляр ойоштар йыйылыу ауырыуҙың төп үҙенсәлеге булып тора[9][10]. Дауалауҙың хәҙерге ысулдары билдәләрҙе генә бер аҙ йомшарта, ләкин сирҙе туҡтата ла, кисектерә лә алмай. Дауалауҙың бик күп ысулдары клиник һынау баҫҡысына еткерелгән, 2008 йылға уларҙың һаны биш йөҙҙән ашып киткәйне, ләкин һөҙөмтәлелеге иҫбатланырмы — билдәһеҙ. 2013 йылда магнит менән тәрән транскраниаль ҡуҙғытыу ысулы (Deep TMS) башҡа сирҙәр менән бергә Альцгеймер ауырыуы билдәләрен дә дауалауҙа ҡулланыуҙы хуплаусы СЕ билдәһен (фр. Conformité Européenne’нан яһалған аббревиатура — Европаға ярашлы тигәнде аңлата) алғайны[11][12]. Американың ике компанияһы был юҫыҡтағы эшен көтөлгән һөҙөмтә булмау сәбәпле туҡтатты. Әлеге мәлгә Альцгеймер ауырыуынан дарыу юҡ[13]. Сирҙе иҫкәртеүгә тәғәйенләнгән бик күп дарыуҙар тәҡдим ителә, ләкин уларҙың береһе лә сирҙең барышына тәьҫир итмәй, сирленең хәлен еңеләйтмәй. Ауырыуҙы иҫкәртеү һәм дауалау юлы итеп физик күнекмәләр менән шөғөлләнеү, аҡыл эше менән шөғөлләнеү, дөрөҫ туҡланыу тәҡдим ителә[14].