Андромеда галактикаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Андромеда галактикаһы (йәки Андромеда, M 31, NGC 224, Андромеда томанлығы) — Sb тибындағы спираль галактика, Урындағы төркөмдөң иң ҙур галактикаһы. Ҡош Юлына яҡын ҙур галактика. Яҡынса 1 триллион йондоҙ бар унда, был Ҡош Юлынан 2,5—5 тапҡырға күберәк. Галактиканың вириаль массаһы яҡынса 800 миллиард ҡояш массаһын тәшкил итә[14]. Андромеда йондоҙлоғонда урынлашҡан һәм Ерҙән 2,52 миллион яҡтылыҡ йылы алыҫлығында. Галактика яҫылығы күреү нурына ҡарата15 градуҡа ауышҡан, уның күренгән дәүмәле — 3,2 × 1,0°[15], күренгән йондоҙ дәүмәле — +3,4m.
Ҡыҫҡа факттар Масса, Кем хөрмәтенә аталған ...
Ябырға