Аҙыҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҙыҡ-түлек — туҡланыуға файҙаланылған ашарға яраҡлы матдә; ашамлыҡ, ризыҡ[2]; ул тере организмдар тарафынан ашау һәм эсеү ярҙамында энергия һәм матдәләр алмашыныуы химик реакцияларының нормаль барыуын тәьмин итеүсе ингредиенттар: аҡһым, май, углеводтар, витаминдар, минералдар һәм микроэлементтарҙың запасын тулыландырыу өсөн ҡулланыла[3].
Аҙыҡ | |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | пищевой ингредиент[d] |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | кулинарное искусство[d] һәм наука о еде[d] |
Һештег | food, foodstagram, foodpics, 먹스타그램[1], 맛스타그램[1] һәм 냠냠[1] |
Тема географияһы | география пищи[d] |
Вики-проект | Проект:Кулинария[d] |
Юникод диапазоны | U+2615,U+1F33D,U+1F345-1F37C,U+1F382 |
Код NCI Thesaurus | C62695 |
Берекмәләре | исемлекте ҡарағыҙ[d] һәм исемлекте ҡарағыҙ[d] |
Ҡапма-ҡаршыһы | не-еда[d] |
Аҙыҡ Викимилектә |
Туҡлыҡлы матдәләр тере организмға эләгә, унда улар энергия йыйыу һәм етештереү, йәшәү эшмәкәрлеген һаҡлау, шулай уҡ үҫеш процестарын һәм өлгөрөүҙе тәьмин итеү маҡсатында күҙәнәктәр тарафынан һеңдерелә. Ғәҙәттә ризыҡ килеп сығышы яғынан үҫемлек һәм хайуан төрөнә бүленә. Йорт хайуандарын ашатыуға ҡарата ем, аҙыҡ атамаһы таралған һәм ҡулланыла. Ризыҡ әҙерләү менән бәйле кеше эшмәкәрлеге өлкәһе кулинария (аш-һыу әҙерләү һөнәре) тип атала. Ризыҡтың төп тәғәйенләнеше — энергия сығанағы, яңыртыла торған матдәләр (мәҫәлән, һыу) һәм организм өсөн «төҙөлөш материалы» булыуы тора, әммә кешенең туҡланыуында аҙыҡтан ҡәнәғәтлек тойғоһо (асығыуҙы баҫыу) алыу факторы ла мөһим. Тарихтан күренеүенсә, кешеләр үҙҙәренә аҙыҡ туплауҙы бер нисә юл: һунар, емеш-еләк йыйыу һәм ауыл хужалығы — менән тәьмин иткәндәр. Бөгөнгө көндә ер йөҙөндә аҙыҡҡа булған ихтыяждың күп өлөшө аҙыҡ сәнәғәте аша ҡәнәғәтләндерелә.