Аҡсай хәрби-тарих музейы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҡсай хәрби-тарих музейы — Ростов өлкәһе Аҡсай ҡалаһының тарих музейы. Үҙ эсенә ҡала тарихының төрлө осорҙарына бағышланған дүрт музей комплексы: полководец Александр Суворов торған мул тормошло казак Рудухтың курены, XVIII быуатта Аҡсай таможня заставаһы, XIX быуатта Аҡсай почта станцияһы һәм XX быуаттың икенсе яртыһындағы Н. Д. Гулаев исемендәге Хәрби-тарихи комплекс инә. Музейҙа коллекцияһында 69 497 берәмек әйбер һаҡлана[1]. Ҡаланың алты архитектура һәйкәле музей балансында тора, иң боронғоһо — «Суворов өйө», унда музей администрацияһы урынлашҡан. Музей ҡаланың мәғариф учреждениелары, ойошмалары һәм предприятиелары менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә. Музейға килеүселәргә ҡала һәм Дон крайы тарихы буйынса лекциялар уҡыла, экскурсиялар, төрлө саралар ойошторола[2].
Аҡсай хәрби-тарихи музейы | |
---|---|
Файл:Таможня заставаһы 1.JPG | |
Асылған ваҡыты | 1948 |
Нигеҙләүсе | Александр Скрипов |
Урынлашыуы | Ростов өлкәһе, Аҡсай, Гулаев урамы, 110 |
Директор | Ольга Григоренко |
Сайт | aksay-museum.ru |