Аҡ май
From Wikipedia, the free encyclopedia
Аҡ май (Һыйыр майы) — һыйыр һөтөнән, һирәгерәк, башҡа төр эре һәм ваҡ малдың һөтөн сепаратта айырыу юлы менән йәки ҡаймаҡты (һөт өҫтөн) яҙып әҙерләнгән ашамлыҡ. Аҡ май составында һөт майы юғары дәрәжәлә — 50-82,5 % (йышыраҡ — 78-82,5 %; һары майҙа — 99 % яҡын).
Ҡаймаҡ (һөт өҫтө) менән аҡ майҙың принципиаль айырмаһы май менән һыу нисбәтендә. Аҡ май — ул шундай эмульсия, унда һыу дисперс фаза, май дисперс мөхит булып тора. Ҡаймаҡта, киреһенсә, май дисперс фаза, ә һыу — дисперс мөхит булып тора.