Бағдад
From Wikipedia, the free encyclopedia
Бағдад (ғәр. بغداد — «Алла бүләге») — Ираҡтың баш ҡалаһы, Бағдад муһафазаһының административ үҙәге. Ҡалала 9 миллиондан ашыу кеше йәшәй (2015), Яҡын Көнсығыштың иң ҙур ҡалалары иҫәбендә.
Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Бағдад (мәғәнәләр).
Ҡыҫҡа факттар Ил, Мухафаза ...
Ҡала | ||||||
Бағдад ғәр. بغداد | ||||||
| ||||||
| ||||||
Ил |
ИраҡИраҡ | |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Мухафаза |
Бағдад | |||||
Координаталар | ||||||
Мэр |
Зикра аль Виш [1] | |||||
Нигеҙләнгән |
762 | |||||
Майҙаны |
673 км² | |||||
Бейеклеге |
34 м | |||||
Халҡы |
8 126 755 кеше (2018) | |||||
Этнохороним |
багда́дец, багда́дцы[2] | |||||
Сәғәт бүлкәте |
UTC+3, йәйге UTC+4 | |||||
Һанлы танытмалар | ||||||
Ябырға
Бағдад — Ираҡтың сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Унда хөкүмәт, үҙәк дәүләт һәм дин учреждениелары, дипломатик вәкиллектәр урынлашҡан. Ҡала — мөһим транспорт төйөнө. Унда вуздар, театрҙар, музейҙар һәм архитектура ҡомартҡылары күп.