Беренсе донъя һуғышының Балҡан хәрби хәрәкәттәре театры
(1914 йылдың 28 июле — 1918 йылдың 29 сентябре) — Балҡан ярымутрауында урынлашҡан Беренсе донъя һуғышы хәрби хәрәкәттәре театрының береһе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Беренсе донъя һуғышының Балҡан хәрби хәрәкәттәр театры (1914 йылдың 28 июле — 1918 йылдың 29 сентябре) — Балҡан ярымутрауында урынлашҡан Беренсе донъя һуғышы хәрби хәрәкәттәре театрының береһе.
Беренсе донъя һуғышының Балҡан хәрби хәрәкәттәре театры | |
Урын | Румыния, Сербия һәм Болгария |
---|---|
Башланыу датаһы | 3 август 1914 |
Тамамланыу датаһы | 11 ноябрь 1918 |
Беренсе донъя һуғышының Балҡан хәрби хәрәкәттәре театры Викимилектә |
Балҡан фронтында серб, черногория, грек, француз[прим. 1], британ[прим. 2], итальян[прим. 3] һәм урыҫ[прим. 4] ғәскәрҙәре (Антанта) австро-венгрия, герман, төрөк һәм болгар ғәскәрҙәренә (Үҙәк державалар) ҡаршы һуғыша.
Балҡанда башлыса бер нисә кампания барышында: серб кампанияһы (1914 йылдың июле—1915 йылдың ноябре), салоник кампанияһы (1915 йылдың ноябре —1918 йылдың сентябре) һәм румын кампанияһы (август 1916 йылдың Бер мең туғыҙ йөҙ ун алты авгусы — 1917 йылдың декабре)[прим. 5] әүҙем манёврлы хәрәкәттәр барҙы.
Балҡан фронты Балҡан ярымутрауының бик ҙур территорияларын үҙ эсенә алды. Хәрби хәрәкәттәр Сербия, Черногория, Греция, Албания,Болгария, Румыния территорияларында алып барылды.
Балҡанда хәрби хәрәкәттәр австрий-венгр армияһының серб һәм черногор ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарынан башлана. 1914 йыл кампанияһы серб армияһының ҡаршы тороуын һындыра һәм ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алмаған австрий армияһы өсөн уңышһыҙ була. 1914 йылдың аҙағында Балҡанда позицион фронт урынлаша. 1915 йылдың көҙөндә австрий-герман командованиеһы Балҡан фронтында удар төркөм ойоштора һәм көсһөҙләнгән серб армияһына ҡаршы һөжүм яһай. Шулай уҡ Австрия һәм Германия яғында көнсығышта Сербияға ҡаршы һөжүм башлаған Болгария һуғышҡа инә. Әммә был ваҡытта Салоникиҙа (Греция) инглиз-француз ғәскәрҙәренән торған Антанта десанты төшә, серб ғәскәре Албанияға сигенә, ә һуңынан Корфу утрауына эвакуациялана. Һуңынан серб ғәскәрҙәре Салоникиҙа союздаш ғәскәрҙәренә ҡушыла. Сербия һәм Черногория тулыһынса оккупациялана. Черногория һуғыштан сығарыла. Балҡанда яңы фронт — Салоники фронты барлыҡҡа килә. 1916 йылдың авгусында Антанта яғында Румыния сығыш яһай, әммә румын армияһы австрий-герман-болгар ғәскәрҙәре тарафынан тар-мар ителә, ә илдең бөтә территорияһы тиерлек оккупациялана. 1918 йылдың сентябренә тиклем Салоники фронтында әүҙем хәрәкәт булмай. 1918 йылдың сентябрендә Антанта ғәскәрҙәре — инглиз, серб, француз һәм грек (Греция Антанта яғында һуғышҡа 1917 йылда инә) — болгар ғәскәрҙәре хәл иткес ҙур масштаблы һөжүм барышында аяуһыҙ еңелеүгә дусар ителә. 29 сентябрҙә Болгария менән Антанта державалары менән килешеү төҙөй. Беренсе донъя һуғышының Балҡан театрындағы хәрби хәрәкәттәре тамамлана.