Беренсе донъя һуғышының Көнсығыш фронты
Беренсе донъя һуғышының һуғыш театрҙарының береһе (1914—1918 йылдар) / From Wikipedia, the free encyclopedia
Көнсығыш фронт, Һуғыштың Көнсығыш Европа театры[1], Һуғыштың рус театры — Беренсе донъя һуғышының һуғыш театрҙарының береһе (1914—1918 йылдар).
Беренсе донъя һуғышының Көнсығыш фронты | |
Урын | Үҙәк Европа һәм Көнсығыш Европа |
---|---|
Башланыу датаһы | 17 август 1914 |
Тамамланыу датаһы | 3 март 1918 |
Беренсе донъя һуғышының Көнсығыш фронты Викимилектә |
Был мәҡәлә Һайланған мәҡәләләргә кандидат. |
Көнсығыш фронтта Рәсәй империяһы (Антанта) һәм Үҙәк державалар араһында барған хәрби хәрәкәттәр. Румыния короллеге Антанта яғында (1916 йылдан) сығыш яһай.
Көнсығыш фронт оҙонлоғо буйынса Көнбайыш фронттан күпкә артығыраҡ була. Шул сәбәпле Көнсығыш фронтта һуғыш, Көнбайыш фронт менән сағыштырғанда, әҙерәҡ позицион характерлы була. Көнсығыш фронтта Беренсе донъя һуғышының иң ҙур алыштары барған.
Октябрь революцияһынан һуң, Рәсәйҙә Совет власы урынлаштырылғас, Көнсығыш фронтта хәрби хәрәкәттәр бер аҙға туҡтатыла. Совет Рәсәйе Хөкүмәте менән Үҙәк державалар ваҡытлыса тыныслыҡ килешеүе төҙөй, һәм Рәсәй сепарат тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйырға әҙерләнә башлай. 1918 йылдың 8 февралендә Үҙәк державалар Украин халыҡ республикаһы, ә 1918 йылдың 3 мартында — Совет Рәсәйе менән Брест тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуя. Рәсәй бик ҙур территорияһын юғалта һәм репарация түләргә тейеш була. Румыния, изоляцияға эләгеүе арҡаһында, шулай уҡ 1918 йылдың 7 майында Германия һәм уның союздаштары менән Брест тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйырға мәжбүр була.
Үҙәк державалар, икенсе фронттарҙа еңелеүҙәренә ҡарамаҫтан, донъя һуғышы тамамланғансы, Брест килешеүе буйынса оккупацион ғәскәрҙәр сифатында биләгән территорияларында ҙур ғына көстәр тотоуын дауам итә.