Бикбаев Рауил Төхфәт улы
шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре / From Wikipedia, the free encyclopedia
Бикбаев Рауил Төхфәт улы (12 декабрь 1938 йыл — 23 апрель 2019 йыл) — шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1995—2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996), профессор. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970), шулай уҡ Рәми Ғарипов (1992) һәм З. Биишева (2003) исемендәге премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1999).
Рауил Бикбай | |||||
Рауил Төхфәт улы Бикбаев | |||||
Тыуған көнө: |
12 декабрь 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) | ||||
---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Ырымбур өлкәһенең Покровский районы (хәҙерге Переволоцк районы) Үрге Ҡунаҡбай ауылы | ||||
Вафат булған көнө: |
23 апрель 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:23|2|0}}) (80 йәш) | ||||
Гражданлығы: | |||||
Эшмәкәрлеге: | |||||
Ижад йылдары: |
1957 йылдан | ||||
Жанр: | |||||
Премиялары: | |||||
Наградалары: |
| ||||