Граната
From Wikipedia, the free encyclopedia
Грана́та (исп. Granada гранат) — дошмандың тере көсөнә һәм хәрби техникаһына ҡулдан ырғытып зыян килтерә торған шартлатҡыс хәрбиприпас. Хәҙерге гранаталар корпустан, шартлатҡыс матдә зарядынан һәм запалдан тора. Граната корпусы киҫәктәре, удар тулҡын йәки кумулятив ағым шартлау ваҡытында зыян килтерә. Граната еңел металдар эретмәһенән ныҡлы пластмассанан эшләнә.
Күнекмә үткән һалдат гранатаны 40-50 метрға, танка ҡаршы гранатаны яҡынса 20 метрға ырғыта. Атамаһы гранат ағысы емеше исеменән килеп сыҡҡан. Иң тәүге гранаталар формаһы һәм размеры буйынса гранат емешенә оҡшаған булған. Граната эсендәге «орлоҡтар» шартлау ваҡытында тирә-яҡҡа осоп таралғандар.[1].