Изолиния
картала, һыҙмала, схемала йәки графикта линияны сағылдырған шартлы билдәләнеш / From Wikipedia, the free encyclopedia
Изоли́ния, йәки кимәл линияһы (функцияһы) (бор. грек. ισος — «тигеҙ, тиң») — картала, һыҙмала, схемала йәки графикта линияны сағылдырған шартлы билдәләнеш, уның һәр нөктәһендә үлсәнеүсе дәүмәл бер үк төрлө мәғәнәлә һаҡлана. Изолиниялар — ике үҙгәреүсән дәүмәлдең яҫылыҡта һанлы функцияһын күрһәтеү ысулы.