Ингилойҙар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ингилойҙар (груз. ინგილოები; әзерб. İngiloylar) — грузиндарҙың Әзербайжандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән этнографик төркөмө. Грузин теленең ингилой диалектында һөйләшәләр.
Дингә мөнәсәбәтле ингилойҙар нәсрани һәм сөнни мосолмандарға бүленә. Мосолман ингилойҙар Балакән һәм Закатала райондарында йәшәй, ә нәсраниҙары Гах районында көн итә[1]. Тәүгеләре Закатала районының Әлиәбад һәм Мосул ауылдарында, шулай уҡ Балакән районы Ититала ауылдарында , ә икенселәре — Ках районының Ках-Ингилой, Бөйөк Алатемир, Ках-Баш, Әлибәкли, Мешабаш, Зегем, Хәләф-Тала, Гарамеша һәм Гымыр ауылдарында ойошоп, тупланып йәшәй. XIX быуат аҙағында — XX быуат башында сыҡҡан Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге (ЭСБЭ) мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Закатала округында 3703 грузин (4,98 %) һәм 8727 ингилой (11,72 %) йәшәгән[2].
Урыҫ хакимиәте вәкилдәре правослау миссионерҙарҙы ингилойҙарға ебәреп торған, әммә уларҙы дошман күреп ҡаршы алғандар[3]. ЭСБЭ мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Кавказда правослау христианлыҡты тергеҙеү йәмғиәтенең миссионерлыҡ эшмәкәрлеге йоғонтоһонда ингилойцҙар 1860 йылда Исламдан христианлыҡҡа күскәндәр, 12 приход барлыҡҡа килгән, әммә 1863 йылда 9 приход яңынан Исламға ҡайта, шул уҡ ваҡытта 1892 йылда 62 кешене суҡындыра алғандар [4].
- Әзербайжанда грузиндар һаны динамикаһы
1926[5] | 1939[6] | 1959[7] | 1970[8] | 1979[9] | 1989[10] | 1999[11] | 2009[12] |
---|---|---|---|---|---|---|---|
9500 | 10 196 | 9526 | 13 595 | 11 412 | 14 197 | 14 900 | 9900 |
Әлибәйли ауылында Гах дәүләт грузин драма театры эшләп килә. Грузин телендә «Шалала» гәзите сыға[13].
Яҙыусы Якоб Гогебашвили «Батша Ираклий һәм ингилой ҡыҙы» тигән тарихи хикәйә яҙған. 2009 йылда «Әзербайжантелефильм» студияһында «Ингилойҙар» тигән документаль фильм төшөрөлгән, ул Әзербайжандың ошо аҫаба халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, ғәҙәт-йолаларына бағышланған [14].
Ингилойҙарҙың күпселеге Әзербайжан халҡы иҫәбен алғанда «әзербайжан» тип яҙылған[15].