Йоһанн Гутенберг
немец беренсе нәшриәтсе / From Wikipedia, the free encyclopedia
Иоһа́нн Генсфляйш цур Ладен цум Гу́тенберг[7] (нем. Johannes Gensfleisch zur Laden zum Gutenberg; 1397 һәм 1400 йылдар араһында, Майнц — 3 февраль 1468 йыл, Майнцта), шулай уҡ Гутенберг[8][9] — немец беренсе нәшриәтсе, Европаның беренсе типографы. 1440 йылдарҙа күсереп булған литералар ярҙамында китап баҫыу ысулын уйлап сығарыусы, европа мәҙәниәтенә генә түгел, уның асышы бөтә донъя тарихына ҙур йоғонто яһаған.
Йоһанн Гутенберг | |
нем. Johannes Gutenberg | |
Герб | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Изге Рим империяһы |
Тыуған ваҡыттағы исеме | нем. Johannes Gensfleisch zur Laden zum Gutenberg |
Тыуған көнө | 1400[2][3][4][…] |
Тыуған урыны | Майнц[d], Изге Рим империяһы |
Вафат булған көнө | 1468 |
Вафат булған урыны | Майнц[d], Майнцское курфюршество[d], Изге Рим империяһы |
Атаһы | Фриле Генсфлейш[d][5] |
Әсәһе | Эльза Вирих[d][5] |
Бер туғандары | Friele Gensfleisch[d] һәм Else Vitztum[d][5] |
Һөнәр төрө | уйлап табыусы, типограф, гравёр, инженер, ковщик, ювелир, минцмейстер |
Эшмәкәрлек төрө | уйлап табыусы[d] |
Уҡыу йорто | Эрфуртский университет[d] |
Әүҙемлек урыны | Майнц[d][2] һәм Страсбург[6] |
Изображается на | Gutenberg stele[d] |
Хеҙмәттәре тупланмаһы | Миннеаполис сәнғәт институты[d] |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d] |
Йоһанн Гутенберг Викимилектә |
1439 йылда Гутенберг хәрәкәтсән литералар ҡулланған тәүге европалы булған. Уның китап баҫыуға индергән өлөшө иҫәбендә: күсереп йөрөтөлгән литералар ярҙамында күпләп етештереү процесы уйлап табыла; май нигеҙендә ҡара, көйләнгән матрица, механик хәрәкәтсән литералар һәм ул осорҙа ауыл хужалығында ҡулланылған винтлы престарға оҡшаш ағас баҫма машина ҡуллланып китап сығарыу. Был элементтарҙы берләштереп, күпләп баҫма китап сығарыу мөмкинлеген һәм типографтар өсөн дә, китап уҡыусылар өсөн дә иҡтисади яҡтан отошло практик системаны булдырған. Гутенбергтың литералар эшләү алымы традицион гарт (иретмә) һәм ҡойоу формаларын үҙ эсенә ала. Иретмәне ҡойоу өсөн сағыштырмаса түбән температура талап ителгәнлектән, ҡурғаш (свинец), аҡ ҡурғаш (олово) һәм һөрмә ҡатышмаһын түбән температурала тиҙ һәм сифатлы иретеп, оҙаҡ файҙаланырлыҡ литералар ҡойола.
Хәрәкәтсән литераларҙы ҡулланыу Европала китап етештереүҙең төп ысулы булған ҡулъяҙманы, шулай уҡ ксилографияны асыҡтан-асыҡ яҡшыртыу була, европа китап етештереүендә революцияға алып килгән. Гутенбергтың китап баҫыу технологияһы бөтә Европа һәм һуңынан бөтә донъя буйынса тиҙ тарала.
Уның төп эше, Гутенберг Библияһы (шулай уҡ 42 юлдан торған Тәүрат булараҡ билдәле), Библияның тәүге баҫма версияһы була һәм юғары эстетик һәм техник сифаты өсөн танылыу ала.