Йәрмәкәй районы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йәрмәкәй районы (рус. Ермекеевский район) — Башҡортостан Республикаһының муниципаль районы.
Был мәҡәләлә йәки уның ҡайһы бер бүлектәрендә мәғлүмәт иҫкергән. |
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...
Йәрмәкәй районы | |
Йәрмәкәй районы | |
Флаг[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 31 ғинуар 1935 һәм 13 декабрь 1968 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй СССР |
Административ үҙәк | Йәрмәкәй |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы һәм Башҡорт АССР-ы |
Сәғәт бүлкәте | YEKT һәм UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 17 162 кеше (2010)[1] |
Сиктәш | Бишбүләк районы |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1 февраль 1963 |
Майҙан | 1437 км² |
Почта индексы | 4521ХХ |
Рәсми сайт | ermekeevo.bashkortostan.ru |
Урындағы телефон коды | 34741 |
Йәрмәкәй районы Викимилектә |
Ябырға
Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә, Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында урынлашҡан. Татарстан һәм Ырымбур өлкәһе менән сиктәш. 1935 йылда ойошторолған. Майҙаны 1438 км². Район үҙәге — Йәрмәкәй ауылы (4,4 мең кеше), Өфөнән 235 км алыҫлыҡта.
Халыҡ һаны (мең кеше): 1979 — 22,4; 1989 — 18,2; 1996 — 18,2; 2010 —16,5. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 1 км²-ға 12,4 кеше. Районда 54 ауылы бар. Район территорияһында урынлашҡан Приют ҡасабаһы (20,8 мең кеше) административ яҡтан Бәләбәй ҡалаһына ҡарай. Күпселекте татарҙар, сыуаштар, башҡорттар тәшкил итә.