Карл Густав Юнг
швейцар психиатры, төпкөл психологияһының йүнәлеше булған — аналитик психологияһына нигеҙ һалыусы (1875–1961) / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ка́рл Гу́став Юнг (нем. Carl Gustav Jung [ˈkarl ˈgʊstaf ˈjʊŋ]; 26 июль 1875 йыл, Кесвиль, Тургау, Швейцария — 6 июнь 1961 йыл, Кюснахт, Цюрих кантоны, Швейцария) — швейцар психиатры, төпкөл психологияһының йүнәлеше булған — аналитик психологияһына нигеҙ һалыусы.
Карл Густав Юнг | |
Carl Gustav Jung | |
| |
Тыуған көнө |
26 июль 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})[1][2][3][…] |
---|---|
Тыуған урыны |
Кесвиль, Тургау, Швейцария |
Вафат көнө |
6 июнь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][4][2][…] (85 йәш) |
Вафат урыны |
Кюснахт, Швейцария |
Ғилми даирәһе |
Психиатрия, психология, аналитик психология, психотерапия |
Альма-матер |
Базель университеты |
Ғилми етәксеһе |
Эйген Блейлер |
Уҡыусылары |
Кавай, Сабина Николаевна Шпильрейн, Мария-Луиза фон Франц, Эрих Нойманн |
Ниндәй өлкәлә танылған |
Аналитик психологияға нигеҙ һалыусы |
Автограф | |
Аналитик психологияһының маҡсаты булып пациенттарҙың барлыҡҡа килгән архетипик образдарына аңлатма биреү тора. Юнг коллектив аңһыҙ даирәнең образдарында (архетиптарҙа), дөйөм кешелек символикаһын шул иҫәптән мифтарҙы һәм төштәрҙе өйрәнеүҙе үҫтерә. («Либидоның метаморфозалары һәм символдары»).
Юнгтың фекеренсә, психотерапияның маҡсаты булып шәхестең индивидуацияһы тора.
Шулай уҡ Юнгтың психологик типтар концепцияһы ныҡ танылыу алған.