Лантаноидтар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лантаноидтар — Д. И. Менделеев периодик системаһының III төркөмөнә ҡараған 14 химик элементтан торған ғаилә[1].
* | La | Ce | Pr | Nd | Pm | Sm | Eu | Gd | Tb | Dy | Ho | Er | Tm | Yb | Lu |
Металдар көмөштәй аҡ төҫтә; празеодим, неодим һарғылт төҫмөрлө. Һығылмалылар, электр тогын үткәрәләр, механик юл менән еңел эшкәртеләләр. Һыу менән, тоҙ, көкөрт, азот кислоталары менән реакцияға инәләр. Еңел лантаноидтар — һауала бүлмә температураһында, ауырҙары 180—200°С тиклем йылытҡанда окисланалар. Интерметаллидтар, комплекслы берләшмәләр һ.б. барлыҡҡа килтерәләр.
Лантан, скандий һәм иттрий менән берлектә ерҙә һирәк элементтар төркөмөн барлыҡҡа килтерәләр.