Ливенцовка ҡәлғәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ливенцовка (Левенцовка) ҡәлғәһе — беҙҙең дәүергә тиклем XVII быуатта Төньяҡ Кавказ ҡәбиләләре тарафынан төҙөлгән нығытма. Дондағы Ростовтың Совет районында, Үле Донец йылғаһының уң ярында, Каратаево һәм Ливенцовка ҡасабалары араһында урынлашҡан археологик комплекстың бер өлөшө булып тора[1]. Бронза быуаының фортификация нығытмаһын археологтар 1950 йылдарҙа таба. 1977 йылда Көнсығыш Европаның боронғо ҡәлғәләренең береһенең ҡалдыҡтары Ростов башҡарма комитеты тарафынан урындағы әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты тип таныла[2].
Ҡыҫҡа факттар
Ҡәлғә | |
Ливенцовка ҡәлғәһе | |
Ил | Рәсәй |
Урыны | Дондағы Ростов |
Нигеҙләнгән | беҙҙең эраға тиклем ХV-ХIV быуаттар |
Статус | Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫ объекты № 6100002000№ 6100002000 |
Бөгөнгө хәле | ҡәнәғәтләнерлек түгел |
Ливенцовка ҡәлғәһе Викимилектә |
Ябырға