Месси Лионель
From Wikipedia, the free encyclopedia
Лионель Андрес Месси (исп. Lionel Andrés Messi, испанса әйтелеше: [anˈdɾez ljoˈnel ˈmesi]; 24 июнь 1987 йыл, Росарио, Аргентина) — Аргентина футболсыһы, һөжүмсе һәм Испанияның «Барселона» командаһы капитаны, 2011 йылдан — Аргентина йыйылма командаһы капитаны. «Барселона» һәм Аргентина йыйылма командаһы тарихында иң яҡшы бомбардир. Белгестәр тарафынан замандың иң яҡшы футболсыһы һәм футболдың барлыҡ тарихындағы иң яҡшы уйынсыһы тип таныла.
Лионель Месси | ||
Информация | ||
Тулы исеме | Лионель Андрес Месси | |
Тыуа | 24 июнь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[1][2][3][…] (36 йәш) Росарио, Аргентина | |
Гражданлығы | Аргентина | |
Буйы | 170[4] см | |
Ауырлығы | 72[4] кг | |
Клубы | ||
Клубы | ПСЖ | |
Карьера | ||
Йәштәр клубтары | ||
1992—1995 | Грандоли | |
1995—2000 | Ньюэллс Олд Бойз | |
2000—2003 | Барселона | |
Клуб карьераһы* | ||
2003—х. в. | Барселона | 481 (441) |
2003—2004 | → Барселона C | 10 (5) |
2004—2005 | → Барселона B | 22 (6) |
Йыйылма командаһы** | ||
2004—2005 | Аргентина (20 йәшкә тиклем) | 18 (14) |
2005—х. в. | Аргентина | 138 (70) |
2008 | Аргентина (олимп.) | 5 (2) |
Халыҡ-ара миҙалдары | ||
Олимпия уйындары | ||
Алтын | Пекин 2008 | футбол |
Донъя чемпионаттары | ||
Көмөш | Бразилия 2014 | |
Америка кубоктары | ||
Көмөш | Венесуэла 2007 | |
Көмөш | Чили 2015 | |
Көмөш | США 2016 | |
Бронза | Бразилия 2019 | |
* Профессиональ клуб өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе милли чемпионаттарҙың төрлө лигалары өсөн генә һанала, 30.06.2020 ҡарата төҙәтелгән. ** Рәсми матчтарҙа милли йыйылма команда өсөн уйындар һәм голдар иҫәбе. | ||
«Барселона» футбол академияһы тәрбиәләнеүсеһе, беренсе команда составында 17 йәшенән сығыш яһай. Шул ваҡыттан алып клуб менән бергә ун тапҡыр Испания чемпионы титулын яулай, дүрт тапҡыр — УЕФА-ның Чемпиондары лигаһы, алты тапҡыр — Испания кубогы, һигеҙ тапҡыр — Испания Суперкубогы, өс тапҡыр — Европа суперкубогы һәм өс тапҡыр Клубтар араһында Донъя чемпионаты еңеүсеһе була. Алтышар тапҡыр УЕФА-ның Чемпиондар лигаһының һәм Испания чемпионатының иң яҡшы бомбардиры була.
2005, 2007—2013, 2015—2017 һәм 2019 йылдарҙа Аргентинала иң яҡшы йыл уйынсыһы булып таныла, һуңғы ун награда сит илдәрҙәге иң шәп аргентиналы булараҡ тапшырыла[5]. 2009, 2010, 2011, 2015, 2017, 2018 һәм 2019 йылдарҙа Испания чемпионатының иң яҡшы уйынсыһы булып таныла. 2009 йылда буласаҡ УЕФА версияһы буйынса Европаның клуб футболында иң яҡшы футболсы һәм УЕФА Чемпиондары лигаһының иң яҡшы һөжүмсеһе булып таныла. Шул уҡ йылда Европаның иң яҡшы футболсыһы булараҡ «Алтын туп»ҡа һәм ФИФА версияһы буйынса донъяның иң яҡшы футболсыһы булараҡ «Гәүһәр туп»ҡа лайыҡ була. 2010 йылда донъяның иң яҡшы футболсыһы тип таныла («France Football» һәм ФИФА-ның берләштерелгән призы — «ФИФА-ның алтын тубының» тәүге эйәһе). 2011 йылда Европа иң яҡшы уйынсы була (Европала иң яҡшы йыл футболсыһы призының тәүге эйәһе). Алты тапҡыр яулаған «Алтын бутса» яулай (2010, 2012, 2013, 2017, 2018, 2019).
2012 йылдың мартында «Барселона» өсөн бөтә рәсми матчтарҙа һөҙөмтәлелек буйынса рекорд ҡуя — 234 гол индерә. Шулай уҡ 2011/12 йылдар миҙгелендә Испания чемпионатында һөҙөмтәлелек рекорды ҡуя — миҙгел эсендә 50 туп индерә. 2014 йылдың мартында «Барселона» тарихында 87 йыл элек индерелгән голдар һаны буйынса ҡуйылған рекордты үтеп, үҙенең бомбардир иҫәбен 371 голға еткерә. 2014 йылдың 22 ноябрендә Испания чемпионатын да голдар һаны буйынса 59 йыл үҙгәрмәгән рекордты 251 туп индереп үҙгәртә. 2014 йылдың 25 ноябрендә Чемпиондар лигаһында һөҙөмтәлелек рекордына төҙәтеүҙәр индерә — 71 гол. 2017 йылда 29 йәшендә «Барселона» өсөн рәсми матчтарҙа 500-сө голын индерә һәм испан футболында был билдәне бер клуб өсөн генә үткән берҙән-бер уйынсы була. «Эль-Класико» тарихында иң яҡшы бомбардир.
2005 йылда Аргентина йыйылма командаһы өсөн уйнай башлай. «Альбиселестала» донъя чемпионатында гол индереүсе иң йәш уйынсы була. Йәштәр йыйылма командаһы составында 2005 йылда — Донъя чемпионы (турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы һәм иң яҡшы бомбардиры), 2008 йылда Олимпия чемпионы була. Милли йыйылма команда составында — Донъя чемпионатының (2014) көмөш призеры (турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы). Бөтә ваҡыттағы Аргентина символик йыйылма командаһы составына инә.