Питкэрн Утрауҙары
From Wikipedia, the free encyclopedia
Питкэрн Утрауҙары — Тымыҡ океанда Бөйөк Британияның берҙән-бер диңгеҙ аръяғы биләмәһе. Ул биш утрауҙы үҙ эсенә ала, уларҙың береһендә халыҡ йәшәй. Тымыҡ океандың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, көнбайышта Франция Полинезияһы менән сиктәш. Питкэрн утрауы 1606 йылдың 26 ғинуарында Педро Фернандес де Кирос тарафынан асыла.
Ҡыҫҡа факттар
| |||||
Девиз: «God Save the Queen» | |||||
Гимн: «Come ye Blessed» | |||||
Үҙаллылыҡ датаһы | юҡ | ||||
Рәсми телдәр | питкэрнский язык[d] һәм инглизсә | ||||
Баш ҡала | Адамстаун | ||||
Идара итеү төрө | конституцион монархия, Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәләре | ||||
Королева
Губернатор Мэр | Елизавета II
Victoria Treadell Майк Уоррен | ||||
Территория • Бөтәһе • % һыу өҫтө | 47 км² 0 | ||||
Халыҡ • Һаны (2011) • Халыҡ тығыҙлығы | 67 чел. (226) 1,4 чел./км² | ||||
Валюта | Яңы Зелендия доллары | ||||
Интернет-домен | .pn | ||||
Код ISO | PN | ||||
Телефон коды | +64 | ||||
Сәғәт бүлкәте | -8 |
Ябырға
Утрауҙар башлыса үҙҙәренең тәүге төпләнеүселәре Британияның «Баунти» карабынан фетнәселәр, шулай уҡ утрауға үҙҙәре менән алып киткән Таити ҡатын-ҡыҙҙары булғанға күрә билдәле. Карап хөрмәтенә утрауҙағы ҡултыҡ аталған.
Питкэрн утрауҙары — 2021 йылға 47 кеше йәшәгән донъялағы иң аҙ халыҡлы биләмә.