Порт-Саид
From Wikipedia, the free encyclopedia
Порт-Саид[4] (ғәр. بورسعيد, Буп-Саид[5]) — Мысырҙың төньяҡ — көнсығышында урынлашҡан ҡала. Суэц каналының төньяҡ осонда Урта диңгеҙ порты. Порт-Саид губернаторствоһының административ үҙәге. Халыҡ һаны — 529 684 кеше (2004). Балыҡсылыҡты үҫтереү, химия, аҙыҡ — түлек һәм тәмәке сәнәғәттәре үҫешкән. Порты аша Мысыр мамыҡ һәм дөгө оҙата. Суэц каналын хеҙмәтләндереү, үткән карабтарға яғыулыҡ ҡойоу. Диңгеҙ курорты.
Порт-Саид | |
ғәр. بورسعيد | |
Флаг | Герб |
Нигеҙләү датаһы | 1859 |
---|---|
Рәсми атамаһы | بورسعيد |
Кем хөрмәтенә аталған | Мухаммед Саид-паша[d] |
Дәүләт | Мысыр |
Административ үҙәге | Порт-Саид[d] |
Административ-территориаль берәмек | Порт-Саид[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d] |
Халыҡ һаны | 524 433 кеше (2010)[1] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 6 ± 1 метр[2] |
Туғандаш ҡала | Волгоград[3] һәм Бизерта[d] |
Майҙан | 1351 км² |
Рәсми сайт | portsaid.gov.eg/default.… |
Порт-Саид Викимилектә |
1859 йылда Урта диңгеҙҙе һәм тоҙло яр буйындағы Манзал күлен айырған ҡомло моронда ҡалаға нигеҙ һалына. Тәүҙә каналдың инфраструктура өлөшө булараҡ төҙөлә. Ирекле (duty-free) порт һымаҡ тиҙ үҫешә.
XIX быуатта төҙөлгән өйҙәр ҡалала күп һаҡланғандар.
АҠШ — ла урынлашҡан, әлее ваҡытта уның символы булып торған Азатлыҡ статуяһы, алдан ул Азия Яҡтылығы (Light Of The Asia) исеме аҫтында Порт -Саидта ҡуйылырға уйланыла, әммә ул саҡтағы ил хөкүмәте ҡарары буйынса, Франциянан конструкцияны алып килеүе һәм урынына ҡуйыу бик ҡиммәтле тип һанаған.
1956 йылда, Суэц һуғышы ваҡытында, Порт-Саид бер көн дауамында инглиз — француз дингеҙ десантының һөжүменә ҡаршылыҡ күрһәтеүе арҡаһында дан ҡаҙана; быға бәйле, ҡаланы ҡайһы берҙә «Мысыр Сталинграды» тип атайҙар[6][7]. 1962 йылда Порт — Саид һәм Волгоград туғандаш ҡалалар булалар.