Потала
From Wikipedia, the free encyclopedia
Потала һарайы (тиб. : པོ་ཏ་ལ, ҡыт. 布达拉宫) — ҠХР Тибет автономиялы районы Лхасала урынлашҡан батша һарайы һәм будда ғибәҙәтхана комплексы. Ҡала өҫтөнән күтәрелеп торған бейек ҡалҡыулыҡта урынлашҡан. Һарай комплексының дөйөм майҙаны 360 мең м² тәшкил итә.
Потала | |
Нигеҙләү датаһы | 637 |
---|---|
Дәүләт | Ҡытай[1] |
Административ-территориаль берәмек | Чэнгуань (Лхаса)[d] |
Каталог коды | 107 |
Мираҫ статусы | Охраняемые памятники КНР[d][2] һәм Бөтә донъя мираҫының өлөшө[d] |
Оҙонлоҡ | 400 метр |
Киңлек | 350 метр |
Бейеклеге/буйы | 117 метр |
Майҙан | 13 гектар |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (i)[d], (iv)[d] һәм (vi)[d] |
Элементтың күренеше өсөн категория | Category:Views of Lhasa from Potala Palace[d] |
Потала Викимилектә |
Ҡытайҙың Тибетҡа баҫып инеүенән һуң, 1959 йылда Далай-лама XIV илдән мәжбүри сығып китә һәм Һиндостанда (Дарамсала) сәйәси һыйыныу таба. Шуға тиклем һарай Дала-ламаның төп резиденцияһы була.
Бөгөн Потала һарайы музей булып, туристарҙың әүҙем йөрөү урыны һанала. Шул уҡ ваҡытта ул буддистарҙың ғибәҙәт ҡылыу, будда йолалар үткәреү урыны булып ҡала. Ҙур мәҙәни, дини, тарихи һәм художестволы әһәмиәтен иҫәпкә алып, 1994 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә. 2001 йылда "тарихи Потала һарайы ансамбле"нә Далай-ламаның йәйге резиденцияһы, һарайы һәм Норбулинка паркы ла ҡушыла[3].