СССР Ҡораллы Көстәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Совет Социалистик Республикалар Союзы Ҡораллы Көстәре (СССР Ҡораллы Көстәре) — Совет Социалистик Республикалар Союзының хәрби ойошмаһы (ҡораллы көстәре) совет халҡын,Советтар Союзының иреген һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлауға тәғәйенләгән.
СССР Ҡораллы Көстәре | |
Нигеҙләү датаһы | 30 декабрь 1922 |
---|---|
Дәүләт |
Совет Рәсәйе СССР |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Мәскәү, Рәсәй |
Алмаштырылған | Объединённые Вооружённые Силы СНГ[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 14 февраль 1992 |
СССР Ҡораллы Көстәре Викимилектә |
Рус армияһы тарихы
| |
---|---|
Боронғо Рустә Ғәскәр | |
| |
Новгород ғәскәре | |
| |
Рус дәүләтенең Армияһы | |
| |
Пётр I Армияһы | |
| |
Рус император армияһы | |
| |
Рус армияһы | |
| |
Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы | |
| |
СССР Ҡораллы Көстәре | |
| |
Рәсәй Федерацияһының Ҡораллы көстәре |
Союз Ҡораллы Көстәре составына инә:
- Хәрби идаралыҡтың Үҙәк органдары,
- Совет Армияһы (1946 йылдың февраленә тиклем Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы тип аталған (ҡыҫҡаса: Ҡыҙыл армия, РККА):
- Ҡоро ер ғәскәрҙәре,
- Хәрби-һауа көстәре,
- Һауа оборонаһы ғәскәрҙәре,
- Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре,
- Граждандар оборонаһы ғәскәрҙәре,
- Хәрби-диңгеҙ флоты;
- Ҡораллы Көстәренең тылы;
- СССР Дәүләт Именлеге Комитетының Сик буйы ғәскәрҙәре — 1989 йылға тиклем;
- СССР Эске Эштәр Министрлығы ғәскәрҙәре — 1989 йылға тиклем
1980-се йылдар уртаһында Союз Ҡораллы көстәре ҙур йәҙрә һәм химик ҡорал запасына эйә донъялағы иң көслө һәм иң эре армияларҙың береһе була.
1991 йылдың аҙағында СССР тарҡалыуына ҡарамаҫтан, СССР Ҡораллы Көстәре де-факто 1993 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә булды — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең Берләшкән Ҡораллы Көстәре булараҡ, де-юре 1992 йылдың 14 февралендә, БДБ дәүләттәре башлыҡтары советы элекке СССР оборона министры Евгений Иванович Шапошниковты БДБ ОВС Баш командующийы итеп рәсми рәүештә тәғәйенләүе менән, йәшәүҙән туҡтаған.
СССР Ҡораллы Көстәре формированиелары күпмелер ваҡыт Австрия, Дания[1], Норвегия, Финляндия, ГДР (ГСВГ), ФРГ (ЗГВ) ПХР (СГВ), ЧССР (ЦГВ), ВХР (ЮГВ), БХР, СРР, Куба, СРВ, Камбоджа, МХР Төньяҡ Корея, Афғанстан Демократик Республикаһында һәм ҡайһы бер Африка дәүләттәрендә һәм илдәрендә дислокацияланған.