Саламин янындағы һуғыш
From Wikipedia, the free encyclopedia
Саламин һуғышы — б. э. т. 480 йылдың 28 сентябрендә Грек-фарсы һуғышы барышында грек һәм фарсы флоты араһында Афинанан алыҫ булмаған Эгей диңгеҙенең Сароникос ҡултығында (Саронико́с) Саламин утрауҙары янында булған диңгеҙ һуғышы.
Саламинское сражение | |||
Төп конфликт: Грек-фарсы һуғышы | |||
| |||
Дата |
28 сентября 480 до н. э. | ||
---|---|---|---|
Урыны |
Эгей диңгеҙеендә Саламин утрауы | ||
Нәтижә |
гректарҙың еңеүе | ||
Ҡаршы тороусылар | |||
| |||
Командирҙар | |||
| |||
Ҡаршы тороусы көстәр | |||
| |||
Юғалтыуҙар | |||
| |||
| |||
Саламин янындағы һуғыш Викимилектә | |||
Алыш алдынан һуғыштың артабанғы барышына ныҡ йоғонто яһарлыҡ бер нисә ваҡиға булған. Фарсы ғәскәрҙәре Афина ҡалаһын биләй һәм емерә. Ҡала халҡы алдараҡ яҡындағы Саламин утрауына эвакуацияланған. Утрау менн материк араһындағы тар боғаҙҙарҙа бөтә грек союз флоты (Эсхилға ярашлы — 311 карап, Геродот буйынса — яҡынса 380) тупланған була [8][9]. Эллиндар араһында етди килешмәүсәнлек барлыҡҡа килгән. Хәрби начальниктарҙың күпселеге Саламиндан китергә һәм көстәрҙе Коринф муйынын һаҡлауға йүнәлтергә тигән тәҡдим яһаған. Афина стратегы Фемистокл фәҡәт тар боғаҙ шарттарында ғына гректарҙың суднолар һаны буйынса ла, моряктарҙың әҙерлек сифаты яғынан да өҫтөн торған фарсы флотын еңеү мөмкин булыуын аңлатҡан [10][11]. Башҡа ғәскәр башлыҡтарының ҡарарына тәьҫир итә алмауын белгәнлектән, Фемистокл хәйләле юл һайлаған. Фарсы батшаһы Ксеркс I-гә ышаныслы атсабары аша гректарҙың ҡасырға йыйынғанын һәм, әгәр батша грек флотын юҡ итергә теләһә, уға шунда уҡ һуғыш башларға кәрәклеген еткерергә бойороҡ бирә.
Гректар өсөн тәүәккәл диңгеҙ еңеүенең берҙән-бер мөмкинлеге — дошман һаны тигеҙләнгән һәм тар арауыҡта алыш[12]. Материк менән Саламин араһындағы боғаҙҙарға ингәс, фарсылар үҙҙәрен өҫтөнлөктән мәхрүм иткән[13]. Саламин янындағы һуғыш башланыуы улар өсөн хәл иткес стратегик хатаға әүерелгән, ул һуғыш һөҙөмтәһен һәм һуғыштың артабанғы барышын билдәләй[14].