Слалом (тау саңғыһы спорты)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Слалом (норв. slalåmslalåm, һарҡыуҙағы саңғы эҙҙәре) — ҡар менән ҡапланған тау битләүенән махсус әләмдәр һәм ҡапҡалар (ҡапҡаларҙың киңлеге — 3,5-4 метр, улар араһындағы алыҫлыҡ 0,7 метрҙан алып 15 метрға тиклем) менән билдәләнгән һәм оҙонлоғо 450—500 метр булған трассанан саңғыларҙа һарҡыуға төшөү ул.
Старт менән финиш араһындағы бейеклектәрҙең айырмаһы — 60-150 метр. Саңғысылар трассала тиҙлектәрен сәғәтенә 40 саҡрымға тиклем үҫтерәләр.
Трассалағы ярыш ваҡытында спортсылар бөтә ҡапҡалар аша ла үтергә бурыслы. Әгәр ҙә спортсы ҡапҡаны үтмәһә, йә булмаһа уны һыңар саңғыһы менән генә киҫеп үтһә, был осраҡта саңғысы ярышта ҡатнашыу хоҡуғын юғалта.
Бер-береһенән айырылып торған ике төрлө трассалағы ике һарҡыуға төшөүҙең суммаһын күрһәткән ваҡыт һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе билдәләнә.
Тау саңғылары башҡаларынан үҙенсәлекле нығытып ҡуйылыу ҡулайламаһы булыуы менән айырыла. Бындай саңғыларҙа спортсының үксәләре саңғыға етә тейеп тора һәм унан айырылмай.
Был саңғыларҙың аҫ яғында буйынан-буйына үткән бер нисә сығып торған урыны була. Улар, саңғысыға ҙур тиҙлектә һарҡыуға төшкәндә, саңғы менән идара итергә мөмкинлек бирә.
Элекке саңғылар аҫ яғына тимер яҫмалар ҡуйылған ағас саңғыларҙан ғибәрәт булһа, хәҙерге көндә слалом өсөн яһалған тау саңғылары юғары сифатлы синтетик материалдан эшләнә.