Стрелецтарҙы язалау иртәһе
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Стрелецтарҙы язалау иртәһе» — урыҫ рәссамы Василий Суриковтың (1848—1916) 1881 йылда тамамланған картинаһы. Мәскәүҙә Дәүләт Третьяков галереяһында (инв. 775) һаҡлана. Полотноның үлсәме — 218 × 379 см[1] (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 223 × 383,5 см). Әҫәрҙең темаһы XVII быуат аҙағындағы тарихи ваҡиғалар — Петр Беренсенең 1698 йылдағы стрелецтар болаһын баҫтырыуы һәм боласы стрелецтарҙы язалауы менән бәйле[1].
Стрелецтарҙы язалау иртәһе | |
Нигеҙләү датаһы | 1881 |
---|---|
Атамаһы | Утро стрелецкой казни |
Дәүләт | Рәсәй |
Урын | Дәүләт Третьяков галереяһы[d] |
Жанр | тарихи һынлы сәнғәт[d] |
Булдырыусы | Василий Иванович Суриков[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | майлы буяуҙар[d] һәм киндер[d] |
Һүрәтләнгән объект | Стрельцы[d] |
Коллекцияләре | Дәүләт Третьяков галереяһы[d] |
Инвентарный номер | 775 |
Киңлек | 379 сантиметр |
Бейеклеге/буйы | 218 сантиметр |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] |
Стрелецтарҙы язалау иртәһе Викимилектә |
Яҙыласаҡ «Стрелецтарҙы язалау иртәһе» картинаһы өсөн тәүге эскиздар 1878 йылда төшөрөлә, ә полотно өҫтөндә эш өс йыл самаһы бара. Картина 1881 йылдың мартында Санкт-Петербургта асылған Күсмә художество күргәҙмәләре ширҡәтенең («передвижниктар») 9-сы күргәҙмәһендә ҡуйыла[2][3]. Күргәҙмәнең үҙендә үк Павел Третьяков тарафынан һатып алына[4].
«Стрелецтарҙы язалау иртәһе» — Суриковтың урыҫ тарихы темаһына арналған тәүге ҙур әҫәре[5]. 1880-сы йылдарҙа яҙылған башҡа ике полотно — «Меншиков Берёзовта» (1883) һәм «Боярыня Морозова» (1887) картиналары менән бергә «Стрелецтарҙы язалау иртәһе» картинаһын ҡайһы берҙә Суриковтың Рәсәй тарихының XVII—XVIII быуаттарҙағы драматик ваҡиғаларына арналған тарихи трилогияһына берләштерәләр[6][7].
Скульптор Марк Антокольский «Стрелецтарҙы язалау иртәһен» «тәүге тарихи урыҫ картинаһы» тип атай, уның өҫтөнлөктәре «булған кәмселектәрен йөҙ тапҡыр юйып ташлай» тип тә билдәләй[8][9]. Тәнҡитсе Николай Александров, был полотно алдында «тамашасыны шунда уҡ Художество ижадының һәм художество әҫәренең ҡеүәте биләп ала»[10] тип билдәләй. Рәссам һәм тәнҡитсе Александр Бенуа һүҙҙәренсә, Суриковтың «Стрелецтарҙы язалауы» «гениаль рәүештә Петр Беренсенең башланып ҡына торған ҡот осҡос фажиғәһен тасуирлай»[11]. Сәнғәт белгесе Алла Верещагина, Суриковҡа тиклем бер кем дә һәм бер ҡасан да «„тарих хәрәкәтен“ шулай дөрөҫ, яңылыҡ һәм иҫкелек яғындағыларҙың, йәшәү йә үлем өсөн яғалашып, милләтте бүлгесләгәндәге ҡапма-ҡаршылыҡтары менән күрһәтә алғаны булманы», тип яҙа[12].