Суворов ордены
From Wikipedia, the free encyclopedia
Суворов ордены (урыҫса Орден Суворова) — Советтар Союзының Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында (1942 йылдың 29 июлендә) булдырылған ордены. Уның менән айырым хәрби алыштарҙы бик яҡшы ойошторғандары һәм алып барғандары өсөн батальон командирынан алып унан юғарыраҡ хәрби етәкселәр бүләкләнгән. Ордендың өс дәрәжәһе бар:
- I дәрәжә — фронт һәм армия командующийҙары, уларҙың урынбаҫары, штаб башлыҡтары, оператив идаралыҡтарҙың һәм бүлексәләрҙең башлыҡтары, ғәскәр төрҙәренең башлыҡтары (тупсылар, һауа көстәре һәм башҡалар) бүләкләнгән;
- II дәрәжә — корпус, дивизия и бригада командирҙары, уларҙың урынбаҫарҙары, корпус, дивизия һәм бригада штабтары башлыҡтары бүләкләнгән;
- III дәрәжә — полк, батальон командирҙары һәм полк штабы башлыҡтары бүләкләнгән.
- I дәрәжә Суворов ордены
- II дәрәжә Суворов ордены
- III дәрәжә Суворов ордены
Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Кем хөрмәтенә аталған ...
Суворов ордены | |
Нигеҙләү датаһы | 29 июль 1942 |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | Александр Васильевич Суворов[d] |
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | Ҡыҙыл Байраҡ ордены |
Түбәнерәк дәрәжә | Ушаков ордены |
Барлыҡҡа килеү урыны | Мәскәү |
Бүләкләү сәбәбе | Lideratge militar molt destacat |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Суворов ордены кавалерҙары |
Суворов ордены Викимилектә |
Ябырға