Таба
From Wikipedia, the free encyclopedia
Таба — ризыҡ ҡурыу, ҡыҙҙырыу өсөн тәғәйенләнгән һауыт. Ғәҙәттә түңәрәк була. Һаплы, бер-йәки ике тотҡосло булыуы мөмкин. Суйындан, тутыҡмаҫ ҡоростан йәки эмаль менән ҡапланған ҡоростан, алюминийҙан, керамиканан һ.б. материалдарҙан эшләнә. Төрлө материалдарҙан, ҡурған саҡта май сәсрәмәһен өсөн селтәрләп эшләнгән ҡапҡастары ла була. Һуңғы йылдарҙа быяла ҡапҡастар киң ҡулланыла.
Тарихтан күренеүенсә, табаны башҡа материалдарҙан да эшләгәндәр. Мәҫәлән, грузиндарҙың кэци (груз. კეცზე) тип аталған табаһы балсыҡтан йә таштан (талькохлорита) яһалған.
Башҡорттар таба икмәге бешергәндәр (тәбикмәк), ҡурмас ҡурғандар[1].
Таба шулай уҡ үлсәү берәмеге булараҡ та ҡулланылған. Мәҫәлән, бер таба ҡурмас, өс таба балыҡ, бер оло таба ҡурған бәрәңге[2].
Хәҙерге заман табалары йыш ҡына политетрафторэтилен («тефлон») менән ҡапланған була, ул ризыҡты көйөп китеүҙән һаҡлай тип һанала, тик был һәр саҡта ла дөрөҫлөккә тап килмәй.