Таш быуат
кешелек үҫешендә мәҙәни-тарихи осор / From Wikipedia, the free encyclopedia
Таш быуат — археологик термин, кешелек үҫешендәге металдар дәүеренә тиклемге бик ҙур дәүер.
Таш быуат | |
Кем хөрмәтенә аталған | Каменные инструменты[d] |
---|---|
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | Бронза быуат |
Тамамланыу датаһы | б. э. т. 2000 |
Таш быуат Викимилектә |
Төп эш һәм һуғыш ҡоралдары башлыса таштан, шулай уҡ ағастан һәм һөйәктән эшләнгән боронғо мәҙәни-тарихи дәүер. Таш быуат аҙағында балсыҡ һауыт-һаба ҡуллана башлайҙар.
Б. э. т. I быуатта Тит Лукретий Карус металдарға тиклем кешенең төп һуғыш һәм эш ҡоралы таш булған, тип фаразлай. Был дәүерҙе бүлеү идеяһын француз антикварианы Николя Модель 1734 йылда тәҡдим итә. Был тәҡдим 1836 йылда дат археологы Тумсен тарафынан фәнни нигеҙләнә, ул кеше үҫеше осоронда өс мәҙәни-тарихи дәүерҙе билдәләй: таш, бронза һәм тимер быуат. 1860-сы йылдарҙа инглиз ғалимы Джон Либбок таш быуатты ике дәүергә — палеолит һәм неолит дәүеренә бүлә. 1860 йылдар аҙағында француз археологы Г. Мортилье вағыраҡ бүлеүҙе тәҡдим итә (шеллиан, мустериан, солутреан, ауриньяк, Мадлен, Робенхаузен).
Әммә Ер шарының төрлө төбәктәрендә кешелек цивилизацияһы тигеҙһеҙ үҫә. Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә хатта металл дәүерендә лә таш ҡоралдар киң ҡулланылған. Шуға күрә был осорға һылтаныу өсөн «Таш быуаттар дәүере» терминын ҡулланыу «Таш быуат» тип әйкәнгә ҡарағанда яҡшыраҡ. Таш быуаттың башланыу һәм тамамланыу осоро ла бәхәсле, төрлө ерҙә төрлөсә булған.
Ҡоралдарҙы төрлө таштарҙан яһайҙар. Таш быуат аҙағында, баҡыр, Бронза һәм Тимер быуатҡа хас металл әйберҙәр эшләргә өйрәнәләр. Таш ҡоралдар таштың төрлө төрҙәренән эшләнгән. Шулай итеп, флинт һәм эзбизташ сланецтар ҡорал һәм киҫеү ҡоралы сифатында ҡулланылһа, ә эш ҡоралдары, мәҫәлән, ҡул тирмәндәре өсөн таштар базальт һәм ҡомташтан эшләнгән. Шулай уҡ ағас, һөйәк, ҡабырсаҡ, болан мөгөҙө киң ҡулланылған.
Был дәүерҙә таш эшкәртеү технологияларын ҡулланыу кешелек эволюцияһына ҙур йоғонто яһай. Кешеләрҙең йәшәү ареалы Көнсығыш Африканан бөтә донъяға тарала. Ҡырағай хайуандарҙы эйәләштерә башлайҙар, баҡыр рудаһынан баҡыр алырға өйрәнәләр. Таш быуат аҙағында ҡайһы бер ҡырағай хайуандарҙы йортлаштырыу бара һәм металл етештереү өсөн баҡыр мәғдән иретеү башлана. Таш быуат кешелек үҫешенең тарихҡаса булған осорона ҡарай, сөнки ул ваҡытта кешелек әле яҙырға өйрәнмәгән була (был тарихи хронологияның традицион башланғысын кәүҙәләндерә).