Титан (юлдаш)
Сатурндың иң ҙур юлдашы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Титан (бор. грек. Τιτάν) — Сатурндың иң ҙур юлдашы, Ҡояш системаһында ҙурлығы буйынса, Юпитер юлдашы Ганимедтан ҡала, икенсе урында. Ҡояш системаһында, Ерҙән башҡа, өҫтөндәге шыйыҡсаның тотороҡло һаҡланыуы иҫбатланған берҙән-бер есем[4], һәм планетаның тығыҙ атмосфераға эйә булған берҙән-бер юлдашы.
Был мәҡәлә Башҡорт Википедияһының яҡшы мәҡәләләр исемлегенә инә. |
Титан | |
Масса | 134,518 ± 0,003 йоттаграмм[1][2] |
---|---|
Кем хөрмәтенә аталған | титан[d] |
Иң юғары нөктә | Митрим[d] |
Асыусы йәки уйлап табыусы | Христиан Гюйгенс[d][3] |
Асыу датаһы | 25 март 1655 |
Родительское тело | Сатурн |
Апоцентр | 1 257 060 km |
Перицентр | 1 186 680 km |
Орбита эксцентриситеты | 0,0288 |
Орбитальный период | 15,945421 ± 1,0E−6 тәүлек |
Большая полуось орбиты | 1 221 870 ± 1 km |
Альбедо | 0,22 |
Тығыҙлыҡ | 1,8798 ± 0,0044 грамм на кубический сантиметр[1] |
Радиус | 2574 km |
Титан Викимилектә |
Титан Сатурндың иң беренсе булып билдәле булған юлдашы — уны 1655 йылда голланд астрономы Христиан Гюйгенс аса.
Титандың диаметры — 5152 км, был Ай диаметрына ҡарағанда 50 процентҡа артығыраҡ, шул уҡ ваҡытта Титан Ер юлдашын массаһы буйынса 80 процентҡа уҙып китә. Титан шулай уҡ күләме буйынса Меркурий планетаһынан ҙурыраҡ, әммә ул массаһы буйынса унан ҡалыша. Титандың тартыу көсө Ерҙең тартыу көсөнөң етенән бер өлөшөн тәшкил итә. Титандың массаһы Сатурндың бөтә юлдаштары массаһының 95 процентына тигеҙ.
Титандың өҫтө, нигеҙҙә, һыулы боҙҙан һәм һарҡынды органик матдәләрҙән тора, геологик йәһәттән йәш, аҙ һанлы тау түбәләстәрен һәм кратерҙарҙы, шулай уҡ бер нисә криовулканды иҫәпкә алмағанда, башлыса, тигеҙ. Титанды уратып алған тығыҙ атмосфера 2004 йылда «Кассини-Гюйгенс» аппараты осоп килгәнгә тиклем юлдаштың өҫтөн күреү мөмкинлеген бирмәй.
Атмосфераһы күбеһенсә азоттан тора, шулай уҡ ҙур булмаған миҡдарҙа метан һәм этан бар, улар шыйыҡ һәм ҡаты яуым-төшөмдөң сығанағы булған болоттарҙы барлыҡҡа килтерә. Өҫтөндә метан-этан күлдәре һәм йылғалары бар. Өҫтөндәге баҫым ер атмосфераһы баҫымынан 1,5 тапҡырға артығыраҡ. Уның өҫтөндәге температура — минус 170—180 °C.
Температураһы түбән булыуға ҡарамаҫтан, Титан Ерҙең иртә үҫеш стадияһы менән сағыштырыла, шуға күрә юлдашта тереклектең иң ябай формаларының булыу мөмкинлеген инҡар итергә ярамай, атап әйткәндә, шарттары юлдаштың өҫтөндәгенә ҡарағанда күпкә уңайлы булған ер аҫты һыу ятҡылыҡтарында[5][6].