Тордесильяс килешеүе
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тордесильяс килешеүе (исп. Tratado de Tordesillas, порт. Tratado de Tordesilhas) — Испания менән Португалия араһында донъяла йоғонто яһау өлкәләрен бүлешеү тураһындағы килешеү. 1494 йылдың 7 июнендә Кастилия һәм Леон короллегенең Тордесильяс ҡалаһында төҙөлгән. 2 июлдә — католик королдәре, 5 сентябрҙә Португалия тарафынан раҫланған. 1506 йылда Рим папаһы Юлий II-нең буллаһы менән хуплаған.
Тордесильяс килешеүе | |
Ҡул ҡуйылған ваҡыты |
1494 йылдың 7 июне |
---|---|
Ҡул ҡуйылған урыны |
Тордесильяс |
Яҡтар |
Испания империяһы Португалия короллеге |
Тордесильяс килешеүе Викимилектә | |
Килешеү бер йыл элек Рим папаһы Александр VI-ның «Inter caetera» буллаһында билдәләнгән бүлеү линияһын аныҡлаған. Ике полюс аша үткән һәм Атлантик океанды киҫеп үткән демаркация линияһы, Португалия яғының ихтыяры буйынса Азор архипелагының ниндәй ҙә булһа утрауынан 100 лига көнбайыштараҡ һәм Йәшел Морон архипелагынан көнбайышҡа табан 370 лигаға тиклем (1770 км, 1100 миль) — хәҙерге координаталарҙа көнбайыш оҙонлоҡтоң 49°32’56" меридианына йәки "папа меридианы"на күсерелгән. Был һыҙаттан көнсығышҡа табан диңгеҙҙәр һәм ерҙәр — Португалия короллегенә, көнбайышҡа Кастилия һәм Арагондың шәхси унияһына (факт буйынса был ваҡытҡа ҡарай Испанияға берләшкән) ҡарамағына күскән[1].