Тупый
From Wikipedia, the free encyclopedia
Тупый — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының баш кейеме, яулыҡ аҫтынан кейелә торған һырыулы сөм түбәтәй [1] рәүешле лә, төбәгенә күрә яулыҡ өҫтөнән кейелә торған бүрек кеүектәре лә була.
Ҡырғыҙҙар тире менән ҡырпып теккән ҡышҡы баш кейемен тебетей тип атай, ә башҡортса түбәтәй тигәненә тап килгәнен топу тиҙәр. (ҡырғ. топу, үзб. do'ppi/дўппи, уйғ. доппа/دوپپا, таж. тўппӣ (төньяҡ диалект), тоққӣ (көньяҡ диалект) тип атай. Бында тупый һүҙе менән оҡшашлыҡ күренә.