Тәүлек
ваҡыт берәмеге, Ерҙең үҙ күсәре тирәһендә әйләнеп сығыуына тиң / From Wikipedia, the free encyclopedia
Тәүлек — яҡынса Ерҙең үҙенең күсәре тирәләй әйләнеү периодына тигеҙ булған ваҡыт үлсәү берәмеге.
Тәүлек төшөнсәһе аҫтында ғәҙәттә ҡояш тәүлеге астрономик төшөнсәһен күҙ уңында тоталар. Көндәлек тормошта тәүлекте йыш ҡына көн тип атайҙар.
Тәүлек оҙонлоғо 24 сәғәткә (1440 минутҡа, 86400 секундҡа) тиң һәм шартлы рәүештә дүрт таң, көн, (кис), төн характерлы интервалдарға бүленә.