Украиналағы аслыҡ (1932—1933)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Украиналағы аслыҡ (1932—1933) — 1932—1933 йылдарҙа ул ваҡыттағы Украина ССС-ын[1][2] ялмаған һәм күп миллионды ҡорбандарға килтергән аслыҡ.[⇨] Был осорҙағы СССР-ҙың башҡа территорияларындағы аслыҡ тураһында СССР-ҙа аслыҡ (1932—1933) мәҡәләһен ҡарағыҙ.
Украинала 1932—1933 йылдарҙағы киң күләмле аслыҡ үләте — «Голодомор» (аңлы рәүештә халыҡты астан ҡырыу) тип атала. 2006 йылда Украинаның Юғары радаһы аслыҡты украин халҡына ҡарата геноцид[3] тип таный. «Голодомор» билдәләмәһе украин теленән башҡа телдәргә киң тарала[4], шул иҫәптән рус[5][6]) теленә килеп инә.