Урал казак ғәскәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Урал казактары (уралец) йәки Урал казак ғәскәре (1775 йылға тиклем һәм 1917 йылдан һуң — Яйыҡ казак ғәскәре) — Рәсәй империяһындағы казактарҙың бер төркөмө. Урал өлкәнең көнбайышында (хәҙерге Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайыш өлкәләрендә, һәм Ырымбур өлкәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшө), Урал (1775 йылға тиклем Яйыҡ) йылғаһының урта һәм түбәнге ағымы буйлап урынлашҡан. Ғәскәр старшинлығы — 1591 йылдың 9 июленән, Яйыҡ казактарының Шамхал Тарковскийға ҡаршы Батша ғәскәре походында ҡатнашҡан осорҙан алып. Хәрби штабы — Уральск (1775 йылға тиклем Яйыҡ ҡаласығы тип атала). Дин буйынса: күпселеге — православие христиандары, әммә араларында старообрядсылар ҙа, мосолмандар (8 % тиклем) һәм буддистар (ламаистар) (1,5 %) ҙа була. Ғәскәри байрам, ғәскәри круг — 8 (яңы стиль буйынса 21) ноябрь, Изге Архангел Михаил көнөндә үткәрелә. 1721 йылдан алып — Хәрби коллегияһы, 1744 йылдан — Ырымбур хәрби губернаторы, 1882 йылдан Ҡаҙан хәрби округы командующийы ҡарамағында була. 1775 йылдан һуң Урал казак ғәскәре тип үҙгәртелә. 1816 йылдан алып Айырым Ырымбур корпусы составына инә[3].