Яугирлыҡ сәнғәте
From Wikipedia, the free encyclopedia
Яугирлыҡ сәнғәте — көс һынашыу йәки һаҡланыу өсөн Көнсығыш Азияла булдырылған алыш алымдары. Уларҙың ҡайһылары бер-нисә төрҙө ҡушыуҙан барлыҡҡа килгән. Миҫал өсөн, тхэквондо, каратэ, айкидо Окинавала, кэндзюцу и дзюдзюцу Японияла, текьен, субак Кореяла урындағы алыш төрҙәрен берләштереп яһалған. Бөгөн һуғыш сәнғәте аң үҫеше һәм физик яҡтан камиллашыу маҡсатында спорт күнекмәһе булараҡ ҡулланыла[1]. Яугирлыҡ сәнғәтенең төрлө йүнәлештәре, алымдары, боронғо һәм яңы төрҙәре бар. Шулай уҡ ул аңды үҫтереүсе эске (мәҫәлән, медитация) һәм тәнде сыныҡтырыусы тышҡы (макивара)[2] күнекмәләргә бүленә. Яугирлыҡ сәнғәте медицина фәненә лә өйрәтә. Миҫал өсөн, ҡытай һуғыш алымдары менән сыҡҡан быуындарҙы ултыртырға, цигун күнекмәләренә, акупрессура, энә ҡаҙау кеүек халыҡ медицинаһына өйрәнергә мөмкин. Яугирлыҡ сәнғәте шулай уҡ дингә бәйле булыуы ла ихтимал. Алымдарҙың ҡайһы берҙәрен Шаолинь монахтары уйлап тапҡан һәм халыҡ араһында таратҡан.