Ғәҙелша шарлауығы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ғәҙелша шарлауығы (Ибраһим, Төйәләҫ шарлауығы) — Баймаҡ районында, Ирәндектең көнсығыш тармағы булған Яманташ тауында, Төйәләҫ йылғаһындағы шарлауыҡ. Диңгеҙ кимәленән 800 м бейеклектә. Өс киртләсле. Юғары киртләсенең бейеклеге 1,2 м, икенсе һәм өсөнсө киртләсе етешәр метр. Шарлауыҡ Башҡортостандағы иң бейеге һанала.[1][2][3].
Ғәҙелша шарлауығы | |
---|---|
Координаты: пропущена долгота | |
Ил | |
Регион | Башҡортостан |
Район | Баймаҡ районы |
Йылға | Төйәләҫ |
Бейеклеге | 15 м |
Һыу сығымы | 10 м³/с |
Ғәҙелша шарлауығы Викимилектә |
Тирә–яғында йәшмә таралған. Шарлауыҡ 1965 йылда тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән һәм дәүләт тарафынын һаҡлана. Был тәбиғәттең гидрологик, гидроморфологик, ботаник ҡомартҡыһы ғына түгел, ундағы тәбиғәт һирәк осрай торған үҫемлектәргә бай.
"Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы"на индерелгән үләндәр: йомшаҡ әрем (полынь шелковистая), ҡаясатыр (бороздоплодник), казак артышы (можжевельник казацкий), ҡарға ҡуҙағы (чина Гмелина), Литвинов сырмалсығы (чина Литвинова), тау һарынаһы (горноколосник колючий), ебәк ҡаҙүлән (лапчатка шелковая), шиверекия үләне (шиверекия подольская), цицербита үләне (цицербита уральская), шырт еҙүлән (тонконог жестколистный), елемүлән (смолевка башкирская).
Ҡаяға йәбешеп үҫкән ағастарға оя ҡорған ҡоштарҙы һәр ерҙә лә осратып булмай.
Ғәҙелша шарлауығы — туристарҙың яратҡан урыны. Ҡояш нурҙарында йәйғор уйнай, һалҡынса саф һауа. Бында башҡаса моң, шуға ла Мәхмүт-сәсән, Ғата Сөләймәнов, Кәрим Дияров, Рәхмәтулла Бүләков кеүек башҡорт йырсылары, сәсәндәре, ҡурайсыларының тыуған төйәге.