Ҡазан кремле
Ҡазандың боронғо өлөшө, ҡаланың күп быуатлыҡ тарихын асыусы архитектура, тарихи һәм археологик һәйкәлдәр комплексы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡазан кремле (татар. Казан кирмәне, Qazan kirmäne) — Ҡазандың боронғо өлөшө, ҡаланың күп быуатлыҡ тарихын асыусы архитектура, тарихи һәм археологик һәйкәлдәр комплексы: беренсе ҡаласыҡ (XII—XIII бб.), икенсе ҡаласыҡ (XIV—XV вв.) һәм өсөнсө ҡаласыҡ (XV—XVI бб.) археологик ҡалдыҡтары; аҡ таштан һалынған кремль, оло тарихи-архитектура һәм мәҙәни ҡиммәткә эйә ғибәҙәтханалар һәм биналар рәте.
Ҡазан кремле | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡазан |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы һәм объект культурного наследия России федерального значения[d] |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (ii)[d][1], (iii)[d][1] һәм (iv)[d][1] |
Ҡазан кремле Викимилектә |
Татарстан Республикаһы Президентының рәсми резиденцияһы; 2000 йылдан ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫы объекты.
Кремль биләмәһе планда төньяҡ-көнбайыштан, Казанка йылғаһынан, көньяҡ-көнсығышҡа, 1 май Майҙанына, табан, үҙе торған ҡалҡыулыҡтың һыҙаттарын ҡабатлап һуҙылған дөрөҫ булмаған күпмөйөштө хәтерләтә. Волганың һул ярындағы террасаның бейек морононда һәм Казанканың һул ярында урынлашҡан.