Ҡорт елеме
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ҡорт елеме — ҡорттар ағас бөрөләренән, япраҡтарынан йыйылған ыҫмалалы есемдәрҙе эшкәртеп яһаған ҡарағусҡыл йәшел төҫтәге йәбешеүсән матдә. Унда 55 % ыҫмала һәм бәлзәм, 10 % эфир майҙары, 30 % балауыҙ һәм 5 % һеркә бар. Һәр ғаилә миҙгеленә 100-150 г елем йыя. Ҡорт елеме медицинала киң ҡулланыла.