Һабан
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һабан — ер һөрә торған ауыл хужалығы ҡоралы. Ер һөрөү өсөн һабанды баштараҡ кешеләр үҙҙәре тартҡан, һүңыраҡ үгеҙ, ат егеп башҡарғандар. Хәҙерге ваҡытта иҡтисади үҫешкән илдәрҙә ерҙе трактор һөрә.
Ер һөрөүҙең беренсе маҡсаты — ерҙең өҫкө ҡатламан әйләндереү. Ер һөрөү сүп үләндәрен кәметә, тупраҡты йомшаҡ һәм уңдырышлы итә, сәсеү эшен еңелләштерә.
Ауыл хужалығы яңы барлыҡҡа килгән осорҙа ерҙе тәпке менән йомшартҡандар. Мәҫәлән, Нил буйында яҙғы ташҡын йыл да уңдырышлы тупраҡ алып килгән. Игенселек өсөн нәҡ ошо өҫкө ҡатламдағы үңдырышлы тупраҡ файҙаланылған. Уңдырышһыҙ төбәктәрҙә аҫҡы ҡатламдағы тупраҡты өҫкә күтәреү кәрәклеге килеп тыуған, һәм нәҡ шуның өсөн һабан ҡулланғандар.
Вавилон һәм Боронғо Мысырҙағы б.э.т. 2 меңенсе йылғы рәсемдәр һаҡланған. Ҡытайҙа һабан б.э.т 1 мең йыллыҡта билдәле булған.
1730 йылда Джозеф Фольямбе (Joseph Foljambe) эшләгән «Роттердам һабаны» беренсе коммерция маҡсатында эшләнгән һабан тип иҫәпләнә.