Һинд-арий телдәре
From Wikipedia, the free encyclopedia
Һинд-арий телдәре (һинд) — һинд-европа телдәренең бер тармағы һинд-иран телдәренә (иран телдәре һәм уларға яҡын дард телдәре) ҡараған туғандаш телдәр төркөмө. Көньяҡ Азияла таралған: төньяҡ һәм үҙәк Һиндостан, Пакистан, Бангладеш, Шри-Ланка, Мальдив Республикаһы, Непалдың көнсығыш провинциялары; был төбәктән ситтә — сиған телдәре, домари һәм парья (Тажикстан). Һөйләшеүселәрҙең дөйөм һаны — яҡынса 1 миллиард кеше (баһа, 2007).