Һөйәк һыныуы
һөйәк бөтөнлөгөнөң тулыһынса йәки өлөшләтә боҙолоуы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Һөйәк һыныуы — йәрәхәтләнеүсе һөлдә участкаһының ныҡлығынан артыҡ йөк арҡаһында һөйәк бөтөнлөгөнөң тулыһынса йәки өлөшләтә боҙолоуы. Һыныу йәрәхәтләнеү һөҙөмтәһендә, шулай уҡ һөйәк туҡымаһының ныҡлыҡ характеристикаларында үҙгәрештәр менән оҙатылып килгән төрлө ауырыуҙар арҡаһында барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Ҡыҫҡа факттар МКБ-10, МКБ-9 ...
Һөйәк һыныуы | |
| |
МКБ-10 |
T14.214.2 |
---|---|
МКБ-9 |
829829 |
DiseasesDB |
4939 |
MeSH |
D050723 |
Һөйәк һыныуы Викимилектә | |
Ябырға
Һынған саҡта хәлдең ауырлығы йәрәхәтләнгән һөйәктәрҙең ҙурлығына һәм уларҙың һанына бәйле. Эре көпшәле һөйәктәрҙең күп мәртәбәле һыныуы ҡан юғалтыуға һәм травматик шокҡа килтерә. Шулай уҡ бындай йәрәхәттәрҙән һуң сирлеләр оҙаҡ аяҡҡа баҫалар, һауығыу өсөн бер нисә ай ваҡыт талап ителеүе мөмкин[1].