Өрөмсө
From Wikipedia, the free encyclopedia
Өрөмсө (рус. Урумчи́, уйғ. ئۈرۈمچی, Үрүмчи; иҫке ҡытайса — 迪化 Дихуа, ҡыт. ғәҙәти 烏魯木齊, ябайл. 乌鲁木齐, пиньин: Wūlǔmùqí, палл.: улумуци) — Шеңжан-Уйғыр автономиялы районындағы ҡала округы (ҠХР), бында автономиялы район хөкүмәте урынлашҡан. Ҡытайҙан булмаған сығанаҡтарҙа йыш ҡына «Урумчи ҡалаһы» исеме ҡала округының дүрт үҙәк районына ҡарата ғына ҡулланыла.
Ҡыҫҡа факттар Рәсми атамаһы, Дәүләт ...
Өрөмсө | |
уйғ. Үрүмчи ҡыт. 乌鲁木齐 | |
Рәсми атамаһы | 乌鲁木齐市 һәм ئۈرۈمچى شەھىرى |
---|---|
Дәүләт | Ҡытай |
Административ үҙәге | Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы |
Административ-территориаль берәмек | Шеңжан-Уйғыр автономиялы районы |
Сәғәт бүлкәте | UTC+8:00[d] һәм Xinjiang Time[d] |
Хөкүмәт башлығы | Ilham Sabir[d] һәм Memtimin Qadir[d] |
Халыҡ һаны | 4 054 369 кеше (2020)[1] |
Административ рәүештә бүленә | Тяньшань[d], Сайбаг[d], Синьши[d], Шуймогоу[d], Тоутуньхэ[d], Дабаньчэн[d], Мидун[d] һәм Урумчи[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 800 метр |
Туғандаш ҡала | Мәшһәд, Дүшәнбе, Батуми[2], Силәбе[3] һәм Пешавар[d] |
Майҙан | 13 783,1 км² |
Почта индексы | 830000 |
Рәсми сайт | urumqi.gov.cn |
Урындағы телефон коды | 991 |
Номер тамғаһы коды | 新A |
Өрөмсө Викимилектә |
Ябырға
Өрөмсө - донъялағы диңгеҙҙән иң алыҫ ятҡан ҙур ҡала. Ул Тянь-Шань тауҙарының төньяҡ итәктәрендә урынлашҡан. Сәнәғәттә нефть сығарыу, шулай уҡ текстиль, металлургия тармаҡтары өҫтөнлөк итә. Өрөмсөлә Ҡытайҙың иң эре ел энергияһы үҙәге урынлашҡан. Ҡала Алматы — Пекин тимер юлында урынлашҡан.