61-се армия (СССР)
From Wikipedia, the free encyclopedia
61-се армия — Бөйөк Ватан һуғышы осоронда СССР Ҡораллы көстәре РККА-ның оператив ғәскәри формированиеһы (берекмә, армия)
61-се армия | |
Нигеҙләү датаһы | 15 ноябрь 1941 |
---|---|
Һуғыш/алыш | Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Дәүләт | СССР |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | август 1945 |
Ҡыҫҡартылған исеме — 61 А. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа — 61-се резерв армияһы тип атала.
1943 йылдың авгусынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы (тулыландырылғандан һуң) 7-се гвардия кавалерия корпусы составында 61-се армияға индерелә. 1943 йылдың көҙөндә дивизия Чернигов-Припять операцияһында ҡатнаша. 1943 йылдың 21 сентябрендә Чернигов ҡалаһын азат итеү буйынсан барған алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары дивизияға е «Чернигов» почетлы исем бирелә. 25 сентябрҙә дивизия частары Днепрға сығалар. Днепр өсөн алышта ҡатнашҡан өсөн 1400-ҙән ашыу яугир һәм командир хөкүмәт наградалары менән бүләкләнә; Советтар Союзы Геройы исеме 54 кешегә бирелә, шул иҫәптән дивизия командиры генерал-майор Г. А. Белов, 58-се гвардия кавполкы полковник Т. Т. Кусимов, Әхмәтшин Ҡ. Х. Т. Ғ. Халиҡов һәм башҡалар. 1943 йылдың ноябрендә дивизия Гомель-Речица операцияһы барышында Белоруссия ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнаша.
1944 йылдың 8 — 14 ғинуарында 7-се гвардия кавалерия корпусы составында Мозырь рейдында ҡатнаша, Мозырь һәм Сарны ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша, Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.