Ат спорты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Ат спорты — был йыйылма төшөнсә, ул аттар ҡатнашлығында үткәрелгән спорт уйындары мәғәнәһенә эйә.
Һыбай йөрөгән ваҡытында һыбайлы аттың хәрәкәте менән әүҙем бәйләнештә була. Һыбайлы ауырлыҡты төрлө яҡҡа күсерелеү, аяҡтар ярҙамында, шулай уҡ теҙгенде тартыу йәки бушатыу аша ат менән идара итә. Һыбайлының тауышы ла аттың хәрәкәтенә йоғонто яһай, ләкин бындай алым ат спортының бөтә төрҙәренә лә рөхсәт ителмәй.