Башҡорт теленең орфографияһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Башҡорт теленең орфографияһы — башҡорт телендә телмәрҙе яҙма рәүештә биреү ысулының бер төрлөлөгөн билдәләгән, тарихи йәһәттән формалашҡан ҡағиҙәләр йыйылмаһы (системаһы); башҡорт теленең ҡағиҙәләр системаһын өйрәнеүсе һәм тикшереүсе тел ғилеме бүлеге.
Ҡыҫҡа факттар
Башҡорт теленең орфографияһы |
Ябырға
Башҡорт теленең орфография ҡағиҙәләре түбәндәге принциптарға нигеҙләнә:
- Фонетик — хәреф әйтелгән өнгә тап килә;
- Морфологик — морфема, әйтелешкә бәйһеҙ рәүештә, бер төрлө яҙыла;
- Традицион — һүҙ тәүҙә үк ҡабул ителгәнсә яҙыла.