Торлаҡ
From Wikipedia, the free encyclopedia
Торлаҡ — кеше (ғаилә, бер нисә ғаилә) һәм ҡайһы бер хайуандар йәшәү өсөн яраҡлаштырылған традицион ҡоролма (бина) йәки тәбиғи ышыҡлыҡ. Торлаҡ даими, ярым даими йәки даими булмаҫҡа мөмкин.
Күп илдәр Конституцияһында кешенең шәхси тормошона һәм уларҙың тейелгеһеҙлеге тураһында әйтелә.
Ғәҙәттәге мәғәнәһенән тыш, торлаҡ символик роль уйнай — кешелек мәҙәнилелеген кәүҙәләндерә, тышҡы буталсыҡлыҡтан һаҡлай, ғаилә йәки ырыуҙың элекке быуындар менән аралашыуҙы тормошҡа ашыра.
Был мәғәнәлә торлаҡ йортто ғына түгел, ә киң мәғәнәләге йортто ла аңлата, ул тораҡ пунктын, илде, дөйөм алғанда, донъяның кешелек үҙләштергән өлөшөн аңлата[1]. Торлаҡ һүҙе даими йәшәгән күп фатирлы йорттар, эш йәки уҡыу ваҡытында йәшәү өсөн ятаҡ, ҡыҫҡа ваҡытлы йәшәү өсөн ҡунаҡханалар мәғәнәһенә эйә. Күп фатирлы йорттарға ҡунаҡхана тибындағы йорттар һәм оло йәштәгеләр өсөн пансионат инә[2]. Тышҡы ҡиәфәте, стеналары өсөн материал һәм торлаҡтарҙың эске төҙөлөшө бик күп төрлө (материал ағас, брезент, таш, бетон, ер, кирбес, ҡорос, хатта быяла, һөйәк йәки ҡар булыуы мөмкин).