Криптография
Мәғлүмәттең йәшеренлеген, теүәллеген тәьмин итеү тураһындағы фән / From Wikipedia, the free encyclopedia
Криптография (бор. грек. κρυπτός «йәшерен» + γράφω «яҙам») — мәғлүмәттең йәшеренлеген (конфиденциаллек; ситтәрҙең мәғлүмәтте уҡый алмауы), мәғлүмәттең теүәллеген (мәғлүмәтте һиҙҙермәй генә үҙгәртеүгә юл ҡуймау), танытыуҙы (авторлыҡты йә объекттың башҡа билдәләрен тикшереү), шулай уҡ авторлыҡтан баш тарта алмауҙы тәьмин итеү ысулдары тураһындағы фән.
Криптография | |
Өйрәнеү объекты | криптосистема[d] |
---|---|
Stack Exchange сайты | crypto.stackexchange.com |
ACM коды (2012) | 10002979 |
Криптография Викимилектә |
Тәүҙә криптография мәғлүмәтте шифрлау — асыҡ (сығанаҡ) тексты йәшерен алгоритм йә асҡыс ярҙамында шифрланған тексҡа (шифротекст) әйләндереү — ысулдарын өйрәнә. Традицион криптография симметриялы криптосистемалар бүлеген барлыҡҡа килтерә, уларҙа шифрлау һәм шифрҙы сисеү бер үк йәшерен асҡысты ҡулланып башҡарыла. Был бүлектән тыш, хәҙерге заман криптографияһына асимметриялы криптосистемалар, электрон цифрлы ҡултамға (ЭЦП) системалары, хеш-функциялар, асҡыстарҙа идара итеү, йәшерелгән мәғлүмәтте алыу, квантлы криптография инә.
Криптография законлы абоненттарҙы алдауҙан, һатып алыуҙан йәки шантажлауҙан, асҡыстарҙы урлауҙан һәм мәғлүмәтте тапшырыуҙың һаҡланыулы системаларында килеп сыға торған башҡа хәүефтәрҙән һаҡлау менән шөғөлләнмәй.
Криптография — бик боронғо фәндәрҙең береһе, уның тарихы бер нисә мең йыл тәшкил итә.