Латин теле
Һиндевропа телдәре ғаиләһе италий телдәренең латин-фалиск кесе төркөмөнә ҡараған тел / From Wikipedia, the free encyclopedia
Лати́н теле́ иҫке әҙәби башҡортса латынь теле (үҙатамаһы lingua latina), – Һиндевропа телдәре ғаиләһе италий телдәренең латин-фалиск кесе төркөмөндәге тел. Бөгөнгө көндә берҙәнбер әүҙем ҡулланылған италий теле булһа ла, үле тел булып һанала.
Латин теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме |
lingua latina |
---|---|
Илдәр |
Көнбайыш Европа һәм Көньяҡ Европа, Яҡын Көнсығыш, Төньяҡ Африка (I—V быуаттарҙа) |
Рәсми статусы |
Ватикан |
Идара итеүсе ойошма |
|
Был телдә һөйләшеүселәр |
дөйөм һаны билдәле түгел |
Үле тел |
XII—XV быуаттарҙа роман һәм герман телдәре ҡыҫырыҡлап сығарған Яҙма тел (XVII быуатта Көнсығыш Европала), фәндә XVIII быуатҡа тиклем һаҡланған, биологияла, медицинала, хоҡуҡ өйрәнеү ғилемендә, католицизм бөгөнгө көнгә саҡлы |
Классификация | |
Категория |
Евразия телдәре |
Һинд-европа ғаиләһе
| |
Әлифба | |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 |
лат 380 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
Боронғо италий телдәренән ул бөгөнгө көндә, сикләүле ҡулланылған (һөйләшеү теле түгел) булһа ла, берҙән-бер әүҙем тел. Роман телдәре латындың хәҙерге көндәге дауамы булып тора, ҡалған италий телдәре юҡҡа сыҡҡан, уларҙың дауамы юҡ.
Латин теле ин борондан яҙмаһы булған һиндевропа теле булараҡ билдәле.
Бөгөнгө көндә латин теле "Изге Тәхет"тең (ru:Святой Престол), Мальтийский орденының, Ватикан ҡала-дәүләтенең һәм Рим-Католик сиркәүенең рәсми теле булып тора. Европа телдәрендә һәм башҡа телдәрҙәге бик күп һүҙҙәр латин теленән алынған. (Халыҡ-ара лексиканы ҡара).