Төньяҡ Боҙло океан
океан / From Wikipedia, the free encyclopedia
Төньяҡ Боҙло океан — майҙаны буйынса Ер йөҙөндә иң бәләкәй океан. Тулыһынса төньяҡ ярымшарҙа, Евразия һәм Төньяҡ Америка араһында урынлашҡан.
Төньяҡ боҙло океан | |
---|---|
Майҙаны | 14,75 млн км² |
Күләме | 18,07 млн км³ |
Иң ҙур тәрәнлек | 5527 м |
Уртаса тәрәнлек | 1225 м |
Төньяҡ Боҙло океан Викимилектә |
Океан майҙаны 14,75 млн км² тәшкил итә, һыу күләме — 18,07 млн км³. Уртаса тәрәнлек — 1225 м, иң тәрән урыны — 5527 м Гренланд диңгеҙендә. Төньяҡ Боҙло океан төбө рельефының күп өлөшөн шельф (океан төбөнөң 45 % күберәген) һәм ҡитғаларҙың һыу аҫты тирә яғы (океан төбө майҙанынң 70 % тиклемен) биләй. Океанды өс ҙур акваторияға бүлеп йөрөтәләр: Арктика, Төньяҡ Европа һәм Канада бассейндары. Поляр географик урын биләүе сәбәпле океандың үҙәк өлөшөндә йыл әйләнеһенә күсеп йөрөүсе боҙ ҡатламы һаҡлана.
Төньяҡ Боҙло океанға Дания (Гренландия), Исландия, Канада, Норвегия, Рәсәй һәм Америка Ҡушма Штаттары биләмәләре йәнәш тора. Океандың хоҡуҡи статусы халыҡ-ара кимәлдә тулы ҡағиҙәләр менән сикләнмәгән. Өлөшләтә арктик илдәренең милли ҡануниәте һәм халыҡ-ара килешеүҙәр менән билдәләнә. Йылдың күп өлөшө буйы Төньяҡ Боҙло океан диңгеҙ йөк ташыу өсөн файҙаланыла, шул иҫәптән Рәсәй Төньяҡ диңгеҙ юлы, АҠШ һәм Канада илдәре Төньяҡ-көнбайыш юлын файҙалана.